10 декабрь, Шәмбе

24 март 2014 йыл, 15:14

Радик Гәрәев исемендәге йырсылар конкурсының төп бүләк хужаһы Яңауылдан Лилиә Ғаязова булды

автор: Алик Шакиров | фото: "Яңауыл таңдары" гәзите

Яңауылда йырсыларҙың Радик Гәрәев исемендәге Асыҡ республика конкурсы уҙҙы. Яҡты донъянан ваҡытынан алда китеүсе, тамашасыларҙың яратҡан йырсыһының тыуған ҡалаһы дүртенсе тапҡыр үҙенең бөйөк яҡташы исемендәге республика конкурсын ҡабул итте. Быйыл Радик Гәрәевҡа 58 йәш тулыр ине. Үҙенең ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә ул, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы булып, йыр сәнғәтендә юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдыра алды. Шул уҡ көндө Яңауыл республиканың мәҙәни ваҡиғалар марафоны эстафетаһын ҡабул итте.

Конкурс гран-приһы һәм йөҙ мең һум күләмендә аҡсалата бүләк бәхәсендә республиканың иң яҡшы таланттары ҡатнашты. Яңауылға конкурсҡа Өфөнән сәнғәт училищелары студенттары, шулай уҡ 14-62 йәштәрҙәге республиканың ундан ашыу район һәм ҡалаһынан утыҙ йырсы йыйылғайны. Конкурста ҡатнашыусылар ике халыҡ йәки эстрада жанры йырын башҡарырға, шул уҡ ваҡытта уларҙың берәүһе Радик Гәрәевтың репертуарынан булырға тейеш ине. Конкурс жюриһын Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, БР халыҡ артисы, Башҡорт опера һәм балет театрының баш хормейстры, профессор Эльвира Ғәйфуллина етәкләне. Жюри ағзалары – ул республиканың билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәре – Фәнәүи Сәлихов, Йәмил Абдулманов һәм Радик Гәрәевтың тормош иптәше Нәжиә Гәрәева.

Быныһында Яңауылдан Лилиә Ғаязоваға тиңдәр булманы, ул күренекле артистың тыуған ерендә таланттар барлығына шик ҡалдырманы. Жюри ағзаларын һәм залды йәш йырсы халыҡ йыры «Сәрмән»де башҡарып арбаны.

Конкурс көнө программаһында, ҡатнашыусыларҙың сығыштарынан тыш, йырсының тыуған ауылында Радик Гәрәевтың музейына барыу ҙа индерелгәйне.

Беренсе көн эстафета һуңында гала-концерт булды, ул Район мәҙәниәт йортонда уҙҙы. Балтас районы вәкилдәре делегацияһы республика мәҙәни ваҡиғалар марафоны символы – Мәҙәниәт йылы эмблемаһы менән штандартты – Яңауыл районына тапшырҙы.