Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Төбәктә плюс һигеҙ градусҡа тиклем йылытасаҡ

Йәмғиәт

25 һәм 26 март – был аҙнала иң йылы көндәр. Башҡортостанда плюс алты-һигеҙ градусҡа тиклем йылытасаҡ, тип хәбәр итә Рәсәй Гидрометеорология үҙәге.

Ҡалған көндәрҙә һауа көндөҙ ике-дүрт градусҡа тиклем йылынасаҡ, төндә икенән алып биш градусҡа тиклем һыуынасаҡ. Ялға табай төбәктә тағы ла бер аҙға һыуытасаҡ – урыны менән төндә минус һигеҙ һәм көндөҙ плюс бер-ике градусҡа тиклем.

Шаршамбынан, 26 марттан, алып бер төркөм райондарҙа ямғыр һәм ҡар рәүешендә бер аҙ яуым-төшөм яуасаҡ. Улар республикала аҙна аҙағына тиклем һаҡланасаҡ. Яңы аҙнаның тәүге ике көнөндә яуым-төшөм көтөлмәй, тип билдәләй синоптиктар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть