4 декабрь, Йәкшәмбе

24 март 2014 йыл, 14:11

Республикала иң юғары түләүле эш урындары – нефть эшкәртеүҙә һәм финанс өлкәһендә

автор: Эльвира Латипова | фото: Андрей Старостин

Ғинуар йомғаҡтары буйынса нефть продукттары етештереүҙә уртаса эш хаҡы Башҡортостанда 53 517,7 һум тәшкил итте. Нефть эшкәртеүҙән һуң эш хаҡы кимәле буйынса байтаҡ артҡа ҡалыш менән финанс эшмәкәрлеге килә: 41 288,4 һум. 2013 йылдың ғинуары менән сағыштырмаса, нефть эшкәртеүселәрҙең уртаса эш хаҡы бер аҙға (2,2 процентҡа) кәмегән, ә финанс ойошмалар хеҙмәткәрҙәренең – үҫкән (2,1 процентҡа). Иҡтисади эшмәкәрлек төрҙәре буйынса республика предприятиелары һәм ойошмалары хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы тураһында мәғлүмәттәрҙе Башҡортостанстат баҫтырып сығарған.

Бөтә иҡтисади эшмәкәрлек төрҙәре буйынса уртаса эш хаҡы ғинуарҙа 21 788 һум тәшкил итте.

Уртаса эш хаҡтары менән күн, күндән әйберҙәр, аяҡ-кейемдәр етештереү буйынса (9 127,1 һум), туҡыма һәм тегеү производствоһы (10 322,9). Өҫтәүенә ике тармаҡта ла 2013 йылдың ғинуар кимәле менән сағыштырмаса уртаса эш хаҡының 0,4 һәм 0,7 процентҡа кәмеүе билдәләнгән. Иң аҙ түләнгәндәр иҫәбендә шулай уҡ ауыл хужалығы ойошмалары һәм урман хужалығы предприятиелары (11 398,9 һум, 2013 йылдың ғинуарына– 4,9 процентҡа үҫеш).