Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.27 ↓

EUR 62.92 ↑

25 май, Кесе йома

Уфа   °

Владимир Путин республика халҡын БАССР-ҙың 95 йыллығы менән ҡотланы

БР Президенты хаты

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Башҡортостан республикаһы халҡын Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының 95 йыллығы менән ҡотлап телеграмма ебәргән. Дәүләт башлығы ҡотлауында былай тиелә:

«Уҙған йылдар эсендә республика Рәсәй дәүләтселеген нығытыуға, илдең иҡтисади потенциалын үҫтереүгә, Ватан фәнен, мәғарифын формалаштырыуға, күп милләтле Ватаныбыҙҙың бик ҡиммәтле мәҙәни мираҫын һаҡлауға мөһим өлөш индерҙе. Һеҙ тарихығыҙ, яҡташтарығыҙҙың хеҙмәт һәм хәрби ҡаҙаныштары, дуҫлыҡ һәм яҡшы күршелек, тыуған ергә һаҡсыл мөнәсәбәт менән хаҡлы ғорурлана алаһығыҙ.

Шуныһы ҡыуаныслы, бөгөн төбәк уңышлы эшләй, сәнәғәттә, ауыл хужалығында, архитектурала һәм торлаҡ төҙөлөшөндә талап ителгән проекттарҙы тормошҡа ашыра, мөһим социаль программаларҙы уңышлы атҡара. Былар барыһы ла Башҡортостандың артабанғы үҫешенә, кешеләрҙең йәшәү кимәлен һәм сифатын арттырыуға булышлыҡ итәсәк, тип ышанам.

Ысын күңелдән һеҙгә уңыштар һәм иң-иң изге теләктәр юллайым. Һеҙҙең пландарға һәм башланғыстарға һәр саҡ уңыштар юлдаш булһын».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть