8 декабрь, Кесе йома

24 март 2014 йыл, 9:34

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан халҡын БАССР-ҙың 95 йыллығы менән ҡотланы

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов республика халҡын мөһим дата – Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының 95 йыллығы менән ҡотланы.

Ҡотлауҙа, атап әйткәндә, былай тиелә: «Башҡортостан Рәсәй Федерацияһы составында беренсе автономиялы берәмек булды. Быуат элек тиерлек был билдәле ваҡиға беҙҙең күп милләтле дәүләт өсөн, илдә федератив мөнәсәбәттәр үҫешенә башланғыс һалып, тарихи һәм боролошло булды.

1919 йылдың 23 мартында Башҡортостандың формалашыуында яңы үҫеш этабы, Рәсәй федерализмы принциптарына таяныу менән уның дәүләт төбәк ҡоролошон булдырыу башланды. Яңы сифатта үҙ тормошоноң тиҫтәләгән йылдар эсендә Башҡортостан Рәсәйҙең иң иҡтисади, сәнәғәт, аграр һәм мәҙәни үҫешкән үҙәктәр иҫәбенә сыҡты.

Бөгөн беҙ – бай һәм уңышлы республика. Беҙҙең өҫтөнлөктәр иҫәбендә – тотороҡло иҡтисад, белем биреү, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт үҫеше нигеҙендә кешеләрҙең йәшәү сифатын арттырыу. Беҙҙә гражданлыҡ йәмғиәте институты барлыҡҡа килде, сәйәси төрлөлөк һәм хоҡуҡи мәҙәниәт камиллаша.

Беҙ намыҫлы эшләйбеҙ, уҡыйбыҙ, ижад итәбеҙ, Ватандың сәскә атыуына эштәр менән булышлыҡ итергә тырышабыҙ. Бөгөн беҙҙең йәштәр сағыу идеялар, инновацион проекттар менән йәшәй, сифатлы белем алырға, ижади һәләттәрҙе тормошҡа ашырырға ынтыла.

Һәр саҡтағыса бай йолаларыбыҙҙың үҙенсәлеклелеге, телдәрҙең күплелеге, еребеҙҙә йәшәгән 100 милләттән күберәк вәкилдәрҙең һәм барлыҡ төп дини конфессияларҙың дуҫлығы һәм берҙәмлеге менән ғорурланабыҙ. Был байлыҡты беҙҙең бөгөнгө һәм киләсәк эштәрҙең нигеҙе һымаҡ һаҡларға кәрәк.

Беҙҙең күп милләтле Башҡортостан халҡын егәрлелек һәм тыйнаҡлыҡ, айырыуса ихласлыҡ һәм асыҡлыҡ, килешеп йәшәү һәләте, ауырлыҡтар алдында ҡурҡып ҡалмай эшләргә белеү айыра. Бай тәбиғи, сәнәғәт, интелектуал ресурстарға таянып беҙҙең уртаҡ тырышлыҡтар республика алдында торған бөтә мөһим бурыстарҙа уңышлы хәл итергә ярҙам итәсәгенә ысын күңелдән ышанам.

Байрам менән һеҙҙе, ҡәҙерле дуҫтар! Һаулыҡ, уңыштар һәм татыулыҡ!».

темалар: бр президенты