3 декабрь, Шәмбе

21 март 2014 йыл, 17:53

Республикала саҡырыу комиссиялары составтары раҫланды

автор: Сергей Захаров

Башҡортостан Президенты Ҡарары менән республика, шулай уҡ муниципаль район һәм ҡала округтары саҡырыу комиссияларының төп һәр резерв составтары раҫланды.

Төп составта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов БР Саҡырыу комиссияһы рәйесе булып тора, резерв составын вице-премьер Марат Мәһәҙиев етәкләй.

Урындарҙа саҡырыу комиссияларының төп һәм резерв составтары рәйестәре тәғәйенләнгән, тейешенсә, хакимиәт башлыҡтары һәм уларҙың урынбаҫарҙары.

Ҡарар «Хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт тураһында» Федераль законды үтәү өсөн ҡул тамға менән нығытылған.

Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә яҙғы саҡырыуға әҙерлек бара. Һәр саҡтағыса ул 1 апрелдә башлана һәм 15 июлдә тамамлана. Хәрби хеҙмәткә саҡырыу тураһында Указға Рәсәй Президенты – илдең Хәрби Көстәре Юғары баш командующийы ҡул ҡуя.

Өфөлә ошо көндәрҙә 2014 йылдың яҙында саҡырыуҙы әҙерлеү һәм үткәреү буйынса инструктор-методик йыйылыш уҙа. Унда район һәм ҡала саҡырыу комиссия рәйестәре, Башҡортостан хәрби комиссариаты бүлек начальниктары, профессионал психологик һайланыш буйынса белгестәр ҡатнаша.