7 декабрь, Шаршамбы

21 март 2014 йыл, 17:02

Башҡортостанда пассажир йөрөтөүселәрҙе тикшерәсәктәр

автор: Розалия Вәлиева

Башҡортостандың Архангель районында автоһәләкәтте тикшереү йомғаҡтары буйынса йөрөтөүселәргә ҡарата масштаблы саралар күреләсәк, тип хәбәр итте БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының автомобилдәр хужалығы предприятиелары эшмәкәрлеген координациялау бүлеге начальнигы Рәмзис Искәндәров.

Рөхсәттәр бирелгән йөрөтөүселәр араһында боҙоуҙарҙы асыҡлау һәм иҫкәртеү буйынса саралар ойоштороласаҡ.

— Республика буйынса һәм урындарҙа транспорт тәьминәте яйға һалынған, — тип билдәләне Рәмзис Искәндәров. — Әммә был эшмәкәрлек менән документтарһыҙ шөғөлләнгән йөрөтөүселәр ҙә бар, пассажирҙарҙы автобустар менән дә, еңел такси менән дә йөрөтәләр. Улар рейс алдынан техник һәм медицина тикшереүен уҙғармай, уларҙың яуаплылығы пассажирҙар алдында страховкаланмаған. Күпселек йөрөтөүселәр заказлыға һалышып даими маршруттар буйынса, телефон операторҙары аша пассажирҙарҙы йыйып эшләй. Быға ҡарамаҫтан, граждандар теркәлмәгән йөрөтөүселәр хеҙмәттәре менән файҙалана.

— Шуныһын билдәләп үтергә кәрәк, ҡала яны һәм ҡала-ара маршруттар буйынса ҡуҙғалып китеүе Башҡортостанда ҡәтғи рәүештә автовокзалдарҙан һәм автостанцияларҙан муниципалитет билдәләгән махсус урындарҙан ҡуҙғала, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәмзис Искәндәров.

темалар: транспорт