9 декабрь, Йома

21 март 2014 йыл, 16:29

Рөстәм Хәмитов РФ хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Сергей Вельмяйкин менән осрашты

автор: Сергей Захаров | фото: Олег Яровиков

21 мартта Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Өфөлә барған «Хеҙмәт шарттарын махсус баһалау – хеҙмәт шарттарын һәм һағын камиллаштырыу институты» семинарында ҡатнашҡан, Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Сергей Вельмяйкин менән осрашты.

— Һеҙ ҡарау өсөн мөһим теманы күтәрҙегеҙ. Республика өсөн был бик көнүҙәк тема. Үҙ яғыбыҙҙан беҙ был йүнәлештә эшләйбеҙ һәм ниндәйҙер һөҙөмтәләргә өлгәшәбеҙ, — тип билдәләне әңгәмә барышында республика башлығы. — 2013 йыл, йәрәхәтләнеү һәм үлем осраҡтары яғынан, 2012 йылға ҡарағанда яҡшыраҡ булды. Бындай оҙаҡ ваҡытлы тенденция был өлөштә билдәләнһен ине. Был өлөштә мин ҙур талаптар ҡуям һәм ҡәтғи һорайым. Күрәһең, беҙҙең дөйөм тырышлыҡтар билдәле бер һөҙөмтәләр бирә. Эш урындарын аттестациялауҙың яңы алымдарын иҫәпкә алғанда, ул беҙгә ярҙам итер. Әйҙәгеҙ бергәләп эшләйек. Әгәр кәрәк булһа, беҙ «пилот» булырға – башҡа төбәктәргә ҡарағанда алға китешкән булырға әҙер. Сөнки беҙҙә 100 меңдән ашыу кеше зарарлы шарттарҙа: химия, нефть-химияһы, нефть эшкәртеү һәм башҡа байтаҡ ауыр производстволарҙа эшләй. Беҙҙең өсөн ул бик көнүҙәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент.

— Башҡортостан Республикаһы алдынғыларҙа тора. Шуныһын әйтергә кәрәк, үлем йәрәхәтен кәметеү буйынса был дөйөм Рәсәй тренды үҙ сағылышын республикала ла таба. Һеҙ хаҡлы һөйләйһегеҙ, кеше ғүмере, һаулығы – ул беҙҙең өсөн иң мөһиме һәм ҡиммәте. Беҙ үҙ яғыбыҙҙан бында зыянды кәметеү өсөн булған бөтә тырышлығыбыҙҙы һалабыҙ, — тине Сергей Вельмяйкин.

Осрашыу тураһында тулыраҡ республика Президентының рәсми сайтында.