10 декабрь, Шәмбе

21 март 2014 йыл, 11:35

Башҡортостанда Урман янғындарын һүндереүҙең йыйылма планы-2014 раҫланды

автор: Галина Бахшиева

2014 йылға урман янғындарын һүндереү планын Башҡортостандың бөтә урман хужалыҡтары раҫланы. Республика территорияһында Урман янғындарын һүндереү буйынса йыйылма планы шулай уҡ «Авиа урман һағы», Рәсәй урман хужалығы федераль бюджет ойошмалары менән килешелгән, Башҡортостан Президенты уны раҫлаған. Был хаҡта коллегияның йомғаҡлау ултырышында БР Урман хужалығының урманды һаҡлау һәм яҡлау бүлеге начальнигы Денил Әхмәтов хәбәр итте.

— Урман янғындарын һүндереүҙең йыйылма планы буйынса бөтәһе 3,1 меңдән ашыу кеше һәм 640 берәмек техника составында урман янғындары формированиеларын йәлеп итеү ҡаралған. Бынан тыш, 1,4 мең тирәһе кеше һәм 600-ҙән ашыу техника һәм ҡорамал иҫәбендә ҡуртымсылар көстәрен һәм средстволарын йәлеп итеү планлаштырылған. Урман янғындарын һүндереүгә халыҡты йәлеп итеү буйынса оператив пландар менән 6,5 меңләп кешене мобилләштереү ҡаралған, — тип хәбәр итте йыйылыусыларға Денил Әхмәтов.

Уның әйтеүе буйынса, 2014 йылға янғынға ҡаршы саралар үткәреүҙең төп төрҙәренең береһе янғынға ҡаршы тәғәйенләнешендәге юлдар төҙөү буласаҡ, шул иҫәптән яҡшыртылған япма менән дә. Быйыл 180 километр оҙонлоҡта юл һалыу планлаштырылған, уларҙан 20 километры – яҡшыртылған япма менән. Был юлдар өс урман хужалығы – Иглин, Нуриман һәм Ҡариҙел территориялары буйлап ятасаҡ. Улар булғанға күрә, янғын усаҡтарына ваҡытында барып етергә, уларҙы тиҙ генә һүндерергә, шулай уҡ урман янғындары иҫәбен кәметергә мөмкин буласаҡ.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, янғын хәүефһеҙлеге-2013 башынан алып Башҡортостанда дөйөм 136 гектар майҙанда 60 урман янғыны теркәлгән. Сағыштырыу өсөн: биш йыл элек төбәктә урман янғындары майҙаны 33 тапҡырға күберәк ине.

Уҙған йылда 16 янғын сығыуҙың сәбәбе халыҡтың ут менән һаҡһыҙ ҡулланыуы (27 проценты). Тағы ла 34-тең сәбәбе йәшен булды – 57 проценты. Ҡалған 10 урман ғәҙәттән тыш хәле сәбәбен билдәләп булманы.

Урман янғындарын һүндереүҙең етеҙлеге 2013 йылда 83 процент тәшкил итте. Икенселәй әйткәндә, 50 янғынды беренсе тәүлек эсендә бөтөрөп булған.

Янғындар һүндереүҙә юғары етеҙлек Әүжән, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән һәм Йылайыр урман хужалыҡтарында өлгәшелде, тип билдәләне Денил Әхмәтов.

Шуның менән бергә, урман янғындарын иҫкәртеү буйынса эште яҡшы ойоштороу менән башҡа 12 урман хужалығы территорияһында уларҙың килеп сығыуын иҫкәртеп булды. Улар араһында — Әлшәй, Архангель, Асҡын, Балаҡатай, Бөрө, Дыуан, Ейәнсура, Иглин, Ҡариҙел, Салауат, Тирлән һәм Хәйбулла.