11 декабрь, Йәкшәмбе

21 март 2014 йыл, 10:16

Республика башлығы Архангель районында юл-транспорт ваҡиғаһында һәләк булғандарҙың ғаиләләренә ҡайғы уртаҡлашыу белдерҙе

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты 20 мартта Архангель районында автомобиль аварияһында кешеләр үлеү сәбәпле ғаиләләренә, туғандарына һәм яҡындарына ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе. Был хаҡта төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

«Бөгөн Архангель районында ете кеше ғүмерен алып киткән ҡурҡыныс фажиғә булды. «Булгаков-Инйәр-Белорет» автомобиль юлында йөк һәм пассажирҙар автомобиль транспорттары бәрелеү сәбәбе арҡаһында Өфө һәм Баймаҡ районы кешеләре вафат булды. Бөтә республика исеменән һәләк булғандарҙың туғандарына һәм яҡындарына ауыр ҡайғыларын уртаҡлашам. Беҙ һеҙҙең менән бергә ҡайғырабыҙ, һыҙланыуығыҙҙы һәм тултыра алмаҫлыҡ юғалтыуығыҙҙы уртаҡлашабыҙ. Республика һеҙҙе ҡайғығыҙ менән яңғыҙлыҡта ҡалдырмаясаҡ, кәрәкле ярҙам күрһәтәсәк. Был ауыр сәғәттәрҙә көс, батырлыҡ һәм сыҙамлыҡ һеҙгә, — тиелә республика башлығының ҡайғы уртаҡлашыу тексында.

темалар: бр президенты