Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 55.84 ↓

EUR 60.79 ↑

26 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиевты Салауат Юлаев ордены менән наградланы

Сәйәсәт

20 мартта Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов республика Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиевҡа юғары награда – Салауат Юлаев орденын тапшырҙы. Наградлау тантанаһы республика Үҙәк һайлау комиссияһы башлығының юбилей көнөндә үтте.

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиевҡа ебәрелгән Республика башлығының Хөкүмәт телеграммаһында былай тиелә: «Хөрмәтле Хәйҙәр Арыҫлан улы! Күркәм юбилейығыҙ – 55 йәшегеҙ тулыу уңайынан ихлас ҡотлайым!

Һеҙҙең профессионализмға, компетентлыҡҡа, юғары ойоштороу һәләтенә эйә булыуығыҙ менән артабан да Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы алдында торған яуаплы бурыстарҙы һөҙөмтәле хәл итеүегеҙгә өмөт итәм. Һеҙгә һәм Һеҙҙең яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек, яңы хеҙмәт уңыштары теләйем».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть