Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Ҡырым халҡына гуманитар йөк аҙна һуңына тиклем әҙер буласаҡ

Йәмғиәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡушыуы буйынса был аҙнала Өфөлә Ҡырым ярымутрауында Рәсәйҙең яңы төбәктәре халҡына гуманитар ярҙам менән автомобилдәр ҡарауаны формалашып бөтәсәк, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Гуманитар йөк составында, атап әйткәндә, ярмалар, макарон изделиелары, көнбағыш майы, шәкәр, ҡуйыртылған һөт, ит консервалары, он, дарыуҙар һәм медицина тәғәйенләнеше тауарҙары. Аҙыҡ-түлек һәм медицина тауарҙары Башҡортостан Хөкүмәтенең резерв фонды иҫәбенә алынған.

Автомобилдәр ҡарауаны составына өс ҙур йөк фураһы һәм оҙатыусы машиналар инәсәк, тип күҙаллана. Гуманитар йөктө әҙерләү һәм илтеүгә яуаплы итеп Рөстәм Хәмитов, сығышы менән Севастополдән, БР  Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе Сергей Новиковты тәғәйенләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть