8 декабрь, Кесе йома

20 март 2014 йыл, 17:31

Өфөлә Волга буйы һәм Урал федераль округтарында хеҙмәт шарттарын махсус баһалауҙы индереү тикшерелә

автор: Галина Бахшиева

Бөгөн Өфөлә семинар-кәңәшмәлә Волга буйы һәм Урал федераль округтарында хеҙмәт шарттарын махсус баһалауҙы индерергә фекер алышасаҡтар. Сараны ойоштороусы – Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы.

Округтар кәңәшмәһе эшендә Рәсәй хеҙмәт министрының беренсе урынбаҫары Сергей Вельмяйкин етәкселегендә министрлыҡ вәкилдәре, шулай уҡ Волга буйы һәм Урал федераль округтарының Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт, Рәсәйҙең Социаль страховкалау фонды етәкселеге, профилле министрҙар ҡатнаша. Дөйөм алғанда илдең 21 төбәк вәкилдәре.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ошо йылдың 1 ғинуарынан алып федераль кимәлдә эш урындарын аттестациялауҙан хеҙмәт шарттарын махсус баһалауға күсеү ҡануни ҡаралған.

Яңы законға ярашлы, Рәсәйҙә эш урындары дүрт категорияға бүленәсәк: «оптималь класс», «мөмкин булған класс», «зарарлы класс» һәм «хәүефле класс».

Йома, 21 мартта, семинарҙың практик өлөшө уҙасаҡ, уның сиктәрендә Башҡортостандың ике эре сәнәғәт предприятиеһы – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенә һәм «Фармстандарт-Уфавита» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә барыу планлаштырылған.

— Башҡортостандың баш ҡалаһы шундай етди форум үткәреү өсөн тиккә генә һайланмаған. Ни бары бер һан ғына килтереү ҙә етә: аттестацияланған эш урындары иҫәбе тик һуңғы йылда ғына 48 проценттан 62-гә тиклем артҡан, — тип хәбәр итте журналистарға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова. — Һис шикһеҙ, аттестация – ул үҙ маҡсат түгел. Төп йомғаҡ итеп республикабыҙҙың бөтә предприятиеларында хәүефһеҙ хеҙмәтте күрәбеҙ. Нәҡ яңы махсус баһалау механизмына күсеү эш биреүсене ниндәйҙер контроль саралары көтөүгә генә түгел, ә хеҙмәт һәр предприятиела ла хәүефһеҙ булһын өсөн ҡыҙыҡһынған булыуға дәртләндерәсәк.

Кәңәшмәлә вице-премьер билдәләүенсә, республикала хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәт хоҡуҡтарын үтәүгә хәҙер ҙур иғтибар бүленә.

Системалы һәм яйға һалынған партнерлыҡ эше төбәккә хеҙмәт өлкәһендә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкинлек бирҙе. Бөгөнгө көнгә эш урындарында аттестациялар үткәреү буйынса күрше субъекттар араһында Башҡортостан беренселектә. Бынан тыш, үткән йылда производствола кешеләрҙең йәрәхәт алыу һәм үлем осраҡтары кәмене.

— Федераль кимәлдә бөгөн хеҙмәт шарттарын махсус баһалауҙы индереү менән бәйле ҡануни һәм норматив документтарҙы камиллаштырыу буйынса ҙур эш алып барыла. Ул хеҙмәткәрҙәргә гарантиялар һәм компенсациялар биреүҙең сифатлы яңы механизмы, шулай уҡ эш биреүселәргә хеҙмәт шарттарын яҡшыртыуға иҡтисади дәлил, — тип билдәләне Лилиә Ғүмәрова. — Был семинар-кәңәшмәне үткәреү өсөн майҙансыҡ сифатында Өфөнө һайлауҙары өсөн Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы етәкселегенә рәхмәтлебеҙ. Бындай форумды үткәреү – хеҙмәт һағын норматив-хоҡуҡи көйләүҙә яңылыҡтарҙы «түңәрәк өҫтәл артында» тикшереү һәм был мәсьәлә буйынса фекерҙәр менән уртаҡлашыу өсөн яҡшы мөмкинлек.