8 декабрь, Кесе йома

20 март 2014 йыл, 16:11

Силәбеләрҙе башҡорт халыҡ бейеүҙәренә өйрәтәсәктәр

автор: Арина Рәхимҡолова

Силәбелә башҡорт халыҡ бейеүҙәренә өйрәнергә була. Оҫталыҡ-кластарын Силәбе өлкәһе Башҡорт йәштәре союзы ойоштора.

Курстар Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, БР атҡаҙанған артисы Роберт Хәмиҙуллин етәкселегендә үтәсәк. Ул Силәбе йәштәрен бер нисә классик башҡорт бейеүенә өйрәтәсәк.

Курстар Силәбе өлкәһе Башҡорт йәштәре союзының «Башҡорт йолаларын һәм мәҙәниәтен һаҡлау һәм пропагандалау» проекты сиктәрендә ойошторола. Уҡытыу аҙағында халыҡ бейеүҙәр ансамблен булдырыу һәм даими нигеҙҙә дәрестәр ойоштороу тора.

Оҫталыҡ-кластары 24 марттан 30-на тиклем уҙғарыласаҡ.