Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Баш ҡалала урындағы тауар етештереүселәрҙең продукцияһын һатыу өсөн күмәртә-ваҡлап һатыу үҙәге ойошторола

Иҡтисад

Өфөлә, әле Сельская Богородская урамында эшләп килгән сауҙа-сервис үҙәге нигеҙендә, тауар-етештереүселәрҙең продукцияһын һатыу буйынса күмәртә-ваҡлап һатыу үҙәге ойошторола.

Бында шулай уҡ күмәртәләп һәм ваҡлап һатып алыусыларҙы хеҙмәтләндергән 2,6  мең квадрат метр дөйөм майҙанда магазин-келәт асылған. Әлеге ваҡытта күмәртә-ваҡлап һатыу үҙәге етештереүселәрҙе аҙыҡ-түлек һатыу өсөн саҡыра башлаған.

Тулыраҡ мәғлүмәтте республиканың Ауыл хужалығы министрлығы сайтында алырға була.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, төбәктә ауыл хужалығы продукцияһын һатыу проблемаһын хәл итеүгә күмәртә-бүлеү үҙәге төҙөлөшө буйынса эре проект саҡырылған. Әлеге ваҡытта Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы БР Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты менән берлектә был проектты тормошҡа ашырыу өсөн инвесторҙар эҙләй.

Уның барлыҡҡа килеүенән бөтәһе лә отасаҡ: ауыл халҡы үҙ продукцияһын һатыу проблемаһын хәл итә, ә һатып алыусылар уны ҡулайлы хаҡтар буйынса һатып ала аласаҡ.

Урындағы тауарҙарҙы баҙарҙа алға ебәреүҙе «Башҡортостан продукты» проекты күҙ уңында тота. Әлеге ваҡытта был сатырлы бренд республиканың 80-дән ашыу тауар етештереүсеһен берләштергән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть