10 декабрь, Шәмбе

20 март 2014 йыл, 16:58

М.В. Нестеров исемендәге музейҙың яңы һаҡлағысы 2014 йылдың октябрендә тапшырыла

автор: Розалия Вәлиева

М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының бина-төкөтмәһен 2014 йылдың октябрендә файҙаланыуға тапшырырға планлаштыралар. Музейҙа ШОС һәм БРИКС саммиттары алдынан төрлө мәҙәни саралар уҙасаҡ.

Әлеге ваҡытта объектта елләтеү һәм кондициялау ҡоролмалары, эске электр тәьминәте системаһы буйынса эштәр бара, һыу үткәргес урынлаштырылған, витраждарға быяла ҡуйыу башланған. Киләсәк фонд һаҡланғыстарында һәм күргәҙмә залдарында биҙәкләү эштәре бара, түбәне эшләү тамамлана.

Бинаның дөйөм майҙаны 4,5 мең квадрат метр тәшкил итәсәк. Бинаның икенсе ҡатын (500 «квадрат» самаһын)  экспозиция майҙандары биләйәсәк. Өсөнсө һәм дүртенсе ҡаттарҙа һаҡланғыс урынлашасаҡ, быға 1000 меңдән ашыу квадрат метр бүленгән. Реставраторҙарҙың айырым залы буласаҡ. Бишенсе ҡатта администрация персоналы урынлашасаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бинаның «Башкиргражданпроект» институты башҡарған, хай-тек стилендәге реконструкциялау проекты «Архитектура-2012» («Зодчество-2012») халыҡ-ара фестивалендә «Реставрация һәм реконструкциялау» номинацияһында диплом алды.

М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы 1920 йылда асылған. Уның дөйөм майҙаны 1500 квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә, музейҙа ун меңдән ашыу экспонат һаҡлана.