8 декабрь, Кесе йома

20 март 2014 йыл, 15:41

Баш ҡалала «Банктар. Процестар. Стандарттар. Сифат» ғилми-ғәмәли конференцияһы бара

автор: Розалия Вәлиева | фото: Олег Яровиков

Банктар эшмәкәрлеге стандарттары, хеҙмәтләндереү сифатын арттырыу, бәләкәй һәм урта бизнес субъекттарын кредитлауҙы Өфөлә, 20-22 мартта Башҡортостандың Милли банкы нигеҙендә барған, «Банктар. Процестар. Стандарттар. Сифат» ғилми-ғәмәли конференцияһы сиктәрендә тикшерәсәктәр.

Йыл һайын уҙғарыла торған конференцияны Рәсәй банктары ассоциацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Кредит һәм финанс ойошмалары ассоциацияһы, РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты һәм Башҡорт дәүләт университеты тарафынан ойошторола.

Конференцияла банктар процестары һәм продукттары стандарттары әҙерләнә, 14 стандарт ҡабул ителгән, тағы ла алтауһы әҙерләү стадияһында тора.

Иҫәп буйынса унынсы конференцияла стратегик перспективаларҙы иҫәпкә алып банктар эшмәкәрлеге сифатын күтәреү өсөн көнүҙәк бурыстарҙы билдәләү планлаштырыла. Тәү сиратта конференцияла ҡатнашыусылар бәләкәй һәм урта бизнесты кредитлауҙа стандартлаштырылған алымдар булдырыу һәм индереү, кредит һәм финанс ойошмалар эшмәкәрлеген көйгә һалыу мәсьәләләрен тикшерәсәк. Шулай уҡ банктар һәм төбәк власть органдарының үҙ-ара тәьҫир итеү стандарттары – торлаҡ баҙарын финанслау инструменттары, торлаҡты кредитлау һәм дәүләт дәртләндереүен үҫтереү йүнәлештәре ҡараласаҡ.

— Банк өлкәһендә стандартлаштырыу – ул заманса донъяға юл, кешеләрҙең бер телдә һөйләшеүҙәре мөһим, — тип билдәләне Рәсәй банктары ассоциацияһы президенты Гарегин Тосунян. — Әгәр банктар һәр береһе үҙ стандарттары системаһында эшләһә, бик күп ауырлыҡтар килеп тыуа. Был осраҡта көйләү мәсьәләләре Үҙәк банк яғынан да ҡатмарлаша.

Финанс омбудсмены Павел Медведев билдәләүенсә, хәҙер банктар алдында килеп тыуған беренсе проблема – ул бурысты реструктуризациялау. «Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәл насарая. Әгәр 2012 йылда кешенең ике бурысы булып банкка ғариза менән мөрәжәғәт итһә, бөгөн унлаған бурыстары менән граждандар һирәк түгел», — тип белдерҙе Павел Медведев.

темалар: банктар