10 декабрь, Шәмбе

20 март 2014 йыл, 14:20

Өфөлә яҙғы юл өҙөклөгө ваҡытында йөк машиналары хәрәкәте сикләнәсәк

автор: Ольга Мортазина

Өфөлә 25 марттан йөк машиналары йөрөүенә ваҡытлыса сикләнеү индерелә. «Был сикләү ике күсәрле һәм өс күсәрле, тулы ауырлығы 12 һәм 16,5 тоннанан артыҡ йөк машиналарына тарала», — тип хәбәр иттеләр ҡала автоинспекцияһында. — «Баш ҡала территорияһында үлсәү контроле хеҙмәте эшләйәсәк. Махсус рөхсәттә билдәләнгәндән 15 процентҡа күберәк, ауырлыҡты арттырыуға юл ҡуйған, яуаплы кешеләргә штраф һалынасаҡ». Сикләү 23 апрелгә тиклем индерелгән.

темалар: юл хужалығы