8 декабрь, Кесе йома

20 март 2014 йыл, 11:00

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала дауыл сығыу ихтималлылығын иҫкәртә

автор: Галина Бахшиева | фото: Олег Яровиков

Республикала дауал сығыуы ихтималлылығы иҫкәртелә, тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы. Синоптиктар көньяҡ-көнбайыш, көнбайыш йүнәлешендә ел көсәйгәндә дауыл вәғәҙәләй.

Электр тапшырыу линиялары һәм элемтә линиялары өҙөлөүе, йәшәү тәьминәте объекттары функцияһының боҙолоуы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһында тотҡарлыҡтар, насар нығытылған конструкцияларҙың емерелеүе һәм ҡолауы, өй баштарының боҙолоуы, емерелгән конструкцияларҙың өлөштәре менән кешеләрҙең йәрәхәтләнеүе, юлдарҙа хәрәкәттең ҡыйынлашыуы һәм юл транспорт һәләкәттәре иҫәбе артыуы ихтимал.

Бөгөн, 20 мартта, төбәктә болотло һауа торошо урынлашасаҡ. Ҡар яуасаҡ – аҙ күләмдән алып уртасаға тиклем, урыны менән буран, боҙлауыҡ буласаҡ. Көньяҡ-көнбайыш йүнәлешендәге ел тиҙлеге секундына 9-14 метр, көсәйгәндә секундына 15-20 метрға тиклем. Һауа температураһы көндөҙ – минус дүрт градустан алып плюс бергә тиклем.

Юлдың айырым урындарында ҡар яуғанда, буранда күренеү 500-1000 метрға тиклем, боҙлауыҡ.

Насар һауа шарттары арҡаһында ғәҙәттән тыш хәл һәм хәл-ваҡиғалар зонаһына республиканың бөтә территорияһы эләгә, әммә электр тапшырыу линияларында ғәҙәттән тыш хәл сығыу осрағы Шишмә һәм Кушнарен райондарында күберәк, тип иҫкәртә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

Төбәктә ғәҙәттән тыш хәлдәр сығыу ихтималлылығын кәметеү өсөн һаҡлыҡ саралар комплексы уҙғарылған. Ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн бөтә көстәр ҙә, саралар ҙа әҙер. Йәмәғәт тәртибен һаҡлау хеҙмәте көстәре – Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы патруль хеҙмәттәре һәм БР буйынса Эске эштәр министрлығының патруль-һаҡ хеҙмәте дежур составтары көсәйтелгән. Юл хеҙмәттәре шулай уҡ ихтималлы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтөрөүгә әҙер.

темалар: һауа торошо