5 декабрь, Дүшәмбе

20 март 2014 йыл, 10:18

Башҡортостанда яҙылыу кампанияһы 1 апрелдән башлана

автор: Розалия Вәлиева

Башҡортостанда 2014 йылдың икенсе ярты йыллығына матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы 1 апрелдән башлана, тип хәбәр иттеләр Федераль почта элемтәһенең республика буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтенән.

Яҙылыуға тарифтар 2008 йылдың икенсе ярты йыллығынан башлап «туңдырылған». Илтеүгә бюджет субсидияларын туҡтатыу менән бәйле Рәсәй Почтаһы матбуғат баҫмаларын илтеүгә тарифтарҙы ҡайтанан ҡарарға мәжбүр була. Баҙар көтөүҙәренә ҡарамаҫтан, күп тапҡыр һуңғы хаҡты арттырыуҙы ситләп була, яҙылыусыларҙы һәм почта хеҙмәткәрҙәрен дәртләндереү саралары әҙерләнә. Миҫалға, почта бүлексәләренән баҫмаларҙы килеп алыусы яҙылыусылар өсөн уртаса 43 процентҡа тиклем ташламалар күләме арттырылған. Яҙылыусыларҙы әүҙем йәлеп итеүсе хеҙмәткәрҙәр өсөн шулай уҡ бүләкләү схемаһы үҙгәртелде. Федераль һәм төбәк баҫтырып сығарыусылар өсөн ташламалар системаһы һаҡланған, ул билдәле бер тиражға еткән осраҡта бирелә.

Рәсәй Почтаһы иҫәпләүенсә, күргән саралар 2014 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыу кампанияһы сиктәрендә баҫмаларҙың тираждарын һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бүленгән субсидиялар күләме йыл һайын өс миллиард һум тәшкил иткән. Ул предприятиеның тик ярты зыянын ғына ҡаплаған. Рәсәй Почтаһы яҙылыу баҫмаларын илтеүҙән зыянды үҙ средстволарынан субсидиялау иҫәбенә генә ҡаплай алған, почта селтәрен модернизациялауҙы инвестицияларға һәм хеҙмәткәрҙәр табышы үҫешен ваҡытында индексларға бирмәгән.