10 декабрь, Шәмбе

19 март 2014 йыл, 19:03

Өфөлә Бөтә донъя шиғриәт көнөндә «Шағирҙар шоколадта» акцияһы уҙасаҡ

автор: Эльмира Сабирова

21 март – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Өсөнсө йыл баш ҡаланың Үҙәкләштерелгән күмәк китапханалар системаһы «Шағирҙар шоколадта» акцияһын ойоштора. Үҙәк ҡала китапханаһының нәшриәт-мөхәрририәт бүлеге мөдире Наталья Ольховская әйтеүенсә, быйыл шиғриәт байрамы Михаил Лермонтовтың 200 йыллыҡ юбилейы эгидаһы аҫтында үтә.

Акцияны үткәреү ваҡыты: бер үк ваҡытта ҡаланың 10 майҙансығында 14 сәғәттән алып 17-гә тиклем. Яҙғы байрамдың маҡсаты – заманса мегаполис халҡын шиғри сәнғәткә ылыҡтырыу. Элеккесә шиғриәт һөйөүселәрҙе шоколадлы бүләктәр, китаптар һәм ҡыуыҡтар көтә.

Акция Өфөнөң «Мир», «Семья», «Иремель», «Сипайловский» сауҙа-күңел асыу комплекстарында, баш ҡала урамдарында –  Пушкин – Ғафури мөйөшө; Ухтомский –13-сө һәм 35-се китапханалары алдында; Ферина,14; Гвардия – «Янғын депоһы» туҡталышына тиклем; Әхмәтов – Йылға училищеһы районы; Ульянов – Калинин, 11, мөйөшөндә уҙасаҡ.