11 декабрь, Йәкшәмбе

19 март 2014 йыл, 18:26

Башҡорт дәүләт педуниверситеты БДИ-ға әҙерләнергә бушлай ярҙам итәсәк

автор: Эльмира Сабирова

29 мартта, Асыҡ ишектәр көнөндә, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты әҙәбиәт буйынса Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерлек буйынса бушлай уҡыуҙар уҙғара. Консультацияны рус әҙәбиәте кафедраһы ойоштора.

11-се синыф уҡыусылары менән тәжрибәле методистар – вуз эксперттары эшләйәсәк. Уҡыуҙар Өфө ҡалаһы, Октябрь революцияһы урамы, 3а адресы буйынса университеттың 3 корпусында, 213-се бүлмәлә (14-18 сәғәттәрҙә) уҙасаҡ. Заявкалар электрон почта (kafedralit@gmail.com) йәки (347) 273-38-81 телефоны буйынса ҡабул ителә, тип аңлаттылар юғары уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәтендә.

темалар: мәғариф, бди-2014