6 декабрь, Шишәмбе

19 март 2014 йыл, 16:47

Башҡортостан аграрийҙары планлаштырылған ашламалар күләменең 24 процентын һатып алған

автор: Галина Бахшиева

Бөгөнгө көнгә Башҡортостан хужалыҡтары 11,2 мең тоннанан ашыу минераль ашлама һатып алған, ул планлаштырылған күләмдән 24 процент тәшкил итә. Бер гектар сәсеүгә иҫәпләгәндә был тәьҫирле матдәлә 3,5 -шәр килограмм ашлама тәшкил итә.

Сағыштырыу өсөн: бер йыл элек төбәктә туғыҙ мең тонна самаһы минераль ашлама, йәғни билдәләнгәндең 19 проценты, һатып алынғайны.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, минераль ашламалар һатып алыу хәҙер республиканың 31 районында алып барыла.

Ашламаларҙы иң күберәге Саҡмағош районы ауыл хужалығы предприятиелары – ике мең тоннанан ашыуҙы, йәғни һәр гектарға 24,1-шәр килограмм алған.

Стәрлетамаҡ районында был күрһәткес ике мең тонна самаһы тәшкил итә (һәр гектарға 16,9-шар килограмм), Ауырғазыла – 990 тонна (11,2-шәр килограмм).