6 декабрь, Шишәмбе

19 март 2014 йыл, 16:09

Өфө ҡала Советы рәйесе 2013 йылға депутаттар корпусының эше тураһында отчет яһаны

автор: Арина Рәхимҡолова

2013 йылда Өфөнөң депутаттар корпусы 14 ултырыш уҙғарған, унда 222 ҡарар ҡабул ителгән. Был хаҡта ҡала Советы рәйесе Совета Евгений Семивеличенко үткән йылға ҡала Советы эше тураһындағы докладта хәбәр итте.

— Үткән йылдың апрелендә беҙ Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға «Өфө ҡалаһы статусы – Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы тураһында»ғы закон проектын индереү тураһында закондар инициативаһы менән мөрәжәғәт иттек, ул республиканың баш ҡалаһы функцияһын башҡарған ҡала менән бәйле, юғары торған бюджеттан Өфөнөң урындағы үҙидара органдарына тотоноуҙарҙы компенсациялауҙы ҡарай, — тине Евгений Семивеличенко.

Былтыр октябрҙә Өфөлә пассажирҙар йөрөтөүҙе ойоштороуҙың яңы тәртибе раҫланды. Уға ярашлы бөтә автобустар ҙа хәҙер ГЛОНАСС навигация системаһы менән йыһазландырыласаҡ.

— Ҡала тормошо менән идара итеү процесына Өфө халҡын йәлеп итеү өсөн депутаттар корпусы бер нисә етди аҙым эшләне, — тип билдәләне ҡала Советы рәйесе.

Йыл дауамында ике тапҡыр ҡала Советы  бюджет өлкәһендә айырым хеҙмәткәрҙәр категорияларына маҡсатлы эш хаҡтары арттырыуҙы уҙғарҙы.

2013 йылда бөтәһе 20 асыҡ тыңлау ойошторолған, уларҙан 17-һе ҡала төҙөлөшө менән бәйле.

Төп эште башҡарыу менән бер үк ваҡытта ҡаланың депутаттар корпусы йыл дауамында балаларға, йәштәргә, ветерандарға ярҙам итеү, мәҙәни мираҫты популярлаштырыу менән бәйле бик күп саралар уҙғарған.

темалар: ҡала советы