Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Республикала дәүләт хеҙмәткәрҙәренә 1 млн 200 мең һумдан ҡиммәт булмаған хеҙмәт автомобилдәре алырға мөмкин

Сәйәсәт

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән дәүләт органдары һәм учреждениелары хеҙмәткәрҙәрен транспорт менән тәьмин итеү өсөн хеҙмәт еңел автомобилдәрен һатып алыуға сығымдар нормативтары раҫланды.

Атап әйткәндә, республиканың дәүләт вазифаларын биләүсе түрәләргә, двигатель ҡеүәте 250 ат көсөнә тиклем, норматив файҙаланыу срогы – биш йылдан да кәм булмаған, хаҡы 1 млн 200 мең һумдан артмаған машиналар алыу рөхсәт ителә. Башҡортостан Президентына, уның хакимиәте етәксеһенә, Дәүләт Йыйылышы Рәйесенә, Премьер-министрға һәм вице-премьерҙарға ташлама яһала. Башҡа вазифа биләүсе хеҙмәткәрҙәргә 900 һәм 750 мең һумдан ҡиммәт булмаған автомобилдәр алырға кәңәш ителә.

Документ республиканың дәүләт органдары һәм дәүләт учреждениелары ихтыяждары өсөн тауарҙар, эштәр һәм хеҙмәттәр дәүләт һатып алыуҙарҙа һөҙөмтәлелекте арттырыу маҡсатында ҡабул ителгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть