3 декабрь, Шәмбе

19 март 2014 йыл, 14:56

Ағиҙел йылғаһы аша икенсе Затон күпере төҙөлөшөнә 2014 йылда 500 миллион һум йүнәлтеләсәк

автор: Розалия Вәлиева

Ағиҙел йылғаһы аша икенсе Затон күпере төҙөлөшөнә 2014 йылда 500 миллион һум йүнәлтеү планлаштырыла, тип хәбәр итте «Уралмостострой» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Мостоотряд №30» генераль директоры Павел Рабухин.

Уның әйтеүенсә, был сумма иң һуңғыһы түгел, лимитты арттырыу тигән ниәт бар, әммә әлегә был ҡарар ҡабул ителмәгән. Төҙөлөш бөтәһе 4,8 миллиард һумға төшәсәк.

Күпер Ағиҙел йылғаһы ашаәле эшләп килгән автомобилдәр күпере менән йәнәш , ағым буйынса 40 метрға юғарыраҡ, урынлашасаҡ. Күперҙә өс буйлы хәрәкәт ойоштороу планлаштырыла. Был объект көнбайыш йүнәлешендә ҡаланан сығыуҙы кәметергә, М-5 «Урал» һәм М-7 «Волга» федераль трассалар араһында бәйләнеш тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк.

Затонға Ағиҙел аша икенсе күпер төҙөлөшө 2013 йылдың октябрендә башланған. Әлеге ваҡытта эшселәр таяуҙарҙы ҡоралар, проектланған 11-ҙән алтауһы ҡуйылған. Күпер оҙонлоғо 942 метр тәшкил итәсәк төҙөлөш ваҡытында автомобилдәр хәрәкәтен сикләү планлаштырылмай.

Объектты 2016 йылда файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.

темалар: төҙөлөш