11 декабрь, Йәкшәмбе

19 март 2014 йыл, 14:09

Өфө аэропортында Башҡортостан спортсыларын ҡаршы алдылар

автор: Эльмира Сабирова | фото: Альберт Загиров

Бөгөн иртә таңдан Өфөгә Сочиҙа ҡышҡы Паралимпия уйындары еңеүселәре һәм призерҙары Ирек Зарипов, Кирилл Михайлов, Азат Ҡарасурин, Александр Давидович, шулай уҡ уларҙың тренерҙары ҡайтты.

Паралимпсыларҙы, чемпиондар кеүек кенә түгел, ә ысын батырлыҡ эшләүсе кешеләр һымаҡ ҡаршы алдылар. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй паралимпсылары яулаған 80 награданың етәүһе Башҡортостан спортсылары иҫәбендә.

Туғандары, дуҫтары һәм көйәрмәндәре менән бергә Уйындар чемпиондарын һәм призерҙарын Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡаршы алды.

Республика башлығы Сочиҙа Олимпия һәм Паралимпияла Башҡортостан спортсылары еңеүҙәре хөрмәтенә ҙур байрам әҙерлеге тураһында һөйләне. Күҙаллау буйынса, сара яҡын ваҡытта Өфөнөң Спорт һарайында уҙасаҡ. Унда шорт-трек буйынса Рәсәй йыйылмаһы ҡатнашыуы көтөлә, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Шулай уҡ спорт делегацияһын ҡаршы алырға аэропортҡа БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, спортсыларҙың туғандары һәм яҡындары, ауылдаштары, киң мәғлүмәт саралары һәм Башҡорт дәүләт медицина университетының волонтерҙар үҙәге вәкилдәре килгәйне.

Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә, триумфаторҙарҙың ҡайтыуҙарына махсус рәүештә Шишмә һәм Мишкә райондарының бейеү ансамблдәре ҡатнашлығында ижади программа әҙерләнгәйне, тип өҫтәнеләр. Артабан спортсылар журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Шулай итеп, мәҫәлән, алтын һәм бронза миҙалдары эйәһе Кирилл Михайлов: «Өйҙә йылы мөнәсәбәт һиҙелә. Ныҡ һағындыҡ. Ватаныбыҙҙа 2-3 ай булманыҡ, туғандарыбыҙ менән телефон буйынса йәки интернет аша аралаштыҡ. Бөтә республика һәм тотош Рәсәй халҡының  ярҙамы тойолдо. Барыһына ла ҙур рәхмәт», тип билдәләне.

Паралимпия уйындары дебютанты, Сочиҙа чемпион һәм бронза призеры Азат Ҡарасурин өҫтәне: «Тренерҙар беҙҙе стартҡа ныҡлы әҙерләне. Тик тулҡынланыуҙы еңеп сығырға кәрәк ине. Яҡын көндәрҙә ял итәсәкмен, туғандарым менән аралашасаҡмын. Уларҙы ныҡ һағындым».

Паралимпсыларҙы ҡаршы алғас бер нисә сәғәттән һуң Ватанға шорт-трек буйынса олимпия чемпионы Руслан Захаров ҡайтты. Ул ике ай самаһы өйҙә булманы. Уйындарҙан һуң шунда уҡ ул Рәсәй йыйылмаһы составында Монреалгә донъя чемпионатына юлланғайны.

— Беҙ ҙур физик эш башҡарҙыҡ. Беҙҙең еңеү – бәхетле осраҡ түгел, ә оҙаҡ һәм ныҡышмалы күнегеүҙәр һөҙөмтәһе. Дүрт йыллыҡтың төп спорт старттары алдынан беҙ әҙерләндек һәм яҡшы һөҙөмтәләр күрһәттек. Ә, билдәле булыуынса, үҙебеҙҙең Олимпияла еңеү – ул һәр спортсы хыялы. Беҙ бәхетле һәм ҡәнәғәт. Беҙгә әҙерәк ял итергә һәм инде яҡшы тәьҫораттар менән артабан да күнегеүҙе дауам итергә кәрәк, — тине олимпия чемпионы.