10 декабрь, Шәмбе

19 март 2014 йыл, 12:30

Шишмәлә физкультура-сәләмәтләндереү комплексы асылды

автор: Розалия Вәлиева

Бассейн һәм күнекмәләр залы менән спорт комплексы Шишмәлә асылды, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Спорт объектының дөйөм майҙаны – биш мең квадрат метрҙан күберәк. Комплекс сменаһына 112 кешене ҡабул итә ала, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеге ҡаралған.

Төҙөлөшкә «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте средстволарынан бүленгән 165 миллион һум тотонолған. Дүрт ҡатлы ҡоролманы 2012 йылдың июлендә күтәрә башлағандар.

— Физкультура комплексының төҙөлөшө Башҡортостан Президентының һәм Хөкүмәттең социаль сәйәсәтенең сағыу сағылышы булып тора, — тип билдәләне асыу тантанаһында БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов. — Сәләмәт йәшәү тормошон формалаштырыу һәм күмәк физик культураны һәм спортты үҫтереү өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора.

Һуңғы өс йылда республикала спорт объекттарын төҙөүгә, ремонтлауға һәм реконструкциялауға «Башнефть» 1,6 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлгән. Эреләр иҫәбендә — Өфөлә Спорт һарайы, икенсе сиратта «Өфө-Арена», Туймазыла һәм Сибайҙа боҙ комплекстары. Шулай уҡ Тәтешле һәм Илеш райондарында физкультура-сәләмәтләндереү комплекстары.

Компанияның пландарында Күмертау ҡалаһында физкультура-сәләмәтләндереү комплексы һәм бөтә республика территорияһы буйлап күп функциялы спорт майҙансыҡтары төҙөлөшө.