9 декабрь, Йома

19 март 2014 йыл, 11:41

«Китап» нәшриәте республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарына «изгелек һәм мәңгелекте сәсәсәк»

автор: Әлим Фәйезов

Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» Башҡорт нәшриәтендә республиканың төрлө райондарында киңәйтелгән күсмә күргәҙмә-һатыу ойоштороу йолаға әүерелә. Быйыл мартта «Китаптың» сираттағы автоярышы Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондары буйлап старт ала. Сара Мәҙәниәт йылына арналған. Республика халҡының уҡыу әүҙемлеген арттырыуға саҡырылған, традицион акция барышында китап продукцияларының күргәҙмә-сауҙаһы ойоштороласаҡ.

Был төбәк халҡына нәшриәт төрлө-төрлө, ҡыҙыҡлы, ә иң мөһиме, кәрәкле әҙәбиәт тәҡдим итәсәк. Ул уҡытыу-методик әсбаптар, Башҡортостандың билдәле яҙыусылары һәм шағирҙарының әҫәрҙәр йыйынтығы, балалар китаптары, белешмәләр, һүрәтле фото альбомдары, шулай уҡ мосолман, йыртмалы, мәктәп календарҙары. Һатып алыусыларҙы Рим Әхмәтовтың «Книга откровений. По следам «Одолень-травы», «Рисунки и знаки пещеры Шульганташ (Каповой)» альбом-каталогы кеүек, яңы китаптар ҡыуандырасаҡ.

«Китаптан» хәбәр итеүҙәренсә, 24 мартта китап продукцияһының киңәйтелгән күргәҙмә-сауҙаһы Салауат районының Малаяҙ ауылында Район мәҙәниәт йорто фойеһында ойоштороласаҡ, 25 мартта — Дыуан районының Мәсәғүт ауылында Район мәҙәниәт йорто фойеһында, 26 мартта — Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында Район мәҙәниәт йорто фойеһында, 27 мартта —  Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында Район мәҙәниәт йорто фойеһында, 28 мартта — Балаҡатай районының Яңы Балаҡатай ауылында Район мәҙәниәт йорто фойеһында.

Күргәҙмә-һатыуҙар үткәреү урыны һәм ваҡыты тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте теләүселәр урындағы район гәзиттәрендә белә ала.