8 декабрь, Кесе йома

18 март 2014 йыл, 20:57

Рөстәм Хәмитов: «Рәсәй составына Ҡырым һәм Севастополде ҡабул итеү тураһында ҡарар Рәсәй дәүләтселеге үҫешендә яңы бит аса»

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы составына Ҡырым һәм Севастополдең инеүенә комментарий бирҙе.

«Бөгөн беҙҙең күҙ алдында тарихи ваҡиға – Рәсәй Федерацияһы составына үҙ аллы субъекттар сифатында Ҡырым Республикаһы һәм Севастополь ҡалаһы ҡабул ителде. Һәм Башҡортостанда меңләгән кеше, һис шикһеҙ, был ҡарарҙы хуплай».

Республика башлығы билдәләүенсә, «беҙҙең республика Федерация субъекттары араһында беренселәрҙән булып Ҡырым халҡына улар өсөн ауыр һәм һынылыш ваҡытта ярҙам күрһәтеүе тураһында белдерҙе. Беҙҙең күптәнге бәйләнештәр уртаҡ тарих ебенә теҙелгән. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында Башҡортостан һәм Украина халыҡтары араһында ҡаҡшамаҫ бәйләнештәр тураһында, шулай уҡ фашизм өҫтөндә Бөйөк Еңеүгә ҙур уртаҡ өлөш тураһында, яугирҙарҙың «Яуҙарҙа тыуған дуҫлыҡ» хаты һаҡланған.

Рәсәй составына Ҡырым һәм Севастополде ҡабул итеү тураһында ҡарар Рәсәй дәүләтселеге үҫешендә яңы бит аса. Ил Президенты үҙ сығышында был сәбәп буйынса бөтә һорауҙарға, шул иҫәптән Рәсәйҙең тышҡы сәйәсәт оппоненттарының килеп сыҡҡанына ла  бик нигеҙле яуап бирҙе. Губернаторҙар корпусының бөтә вәкилдәре дәүләт башлығы әйткән һәр һүҙҙе берҙәм тауыш менән хупланы. Беҙ Рәсәй Федерацияһы субъекттары рәтенә Ҡырымды һәм Севастополде ҡабул итеү тураһында ҡарарҙы ҙур дәрт менән ҡабул итәбеҙ һәм ҡайтарылған Рәсәй территорияһында ғәҙәти тормошто яйға һалыуҙа ватандаштарыбыҙға артабан да әүҙем ярҙам итергә әҙербеҙ».