4 декабрь, Йәкшәмбе

18 март 2014 йыл, 18:46

Ҡырым Республикаһы Рәсәй Федерацияһы составына инде

автор: Арина Рәхимҡолова

Бөгөн, 18 мартта, Мәскәүҙә Рәсәй Федерацияһы һәм Ҡырым Республикаһы араһында Рәсәй Федерацияһына Ҡырым Республикаһын ҡабул итеү һәм Рәсәй Федерацияһы составында яңы субъекттар ойоштороу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документ Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин, Ҡырым Республикаһы Дәүләт Советы Рәйесе Владимир Константинов, Ҡырым Республикаһының Министрҙар Советы Рәйесе Сергей Аксенов һәм Севастополдең йәшәйешен тәьмин итеү буйынса Севастополь ҡала идаралығын ойоштороу коодинация советы рәйесе Алексей Чалогтың ҡул тамғалары менән беркетелде.

2014 йылдың 16 мартында Автономиялы Ҡырым Республикаһында һәм Севастополь ҡалаһында дөйөм Ҡырым референдумы уҙа, уның барышында Ҡырым халҡы Рәсәй менән яңынан ҡушылыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Килешеү Ҡырым халҡының ирекле һәм үҙ ихтиярын белдереүендә нигеҙләнә.

Ҡырым Республикаһы Килешеүгә ҡул ҡуйылған көндән алып Рәсәй Федерацияһына ҡабул ителгән тип иҫәпләнә. Ҡырым Республикаһын Рәсәй Федерацияһына ҡабул итеүҙән алып Рәсәй Федерацияһы составында яңы субъекттар – Ҡырым Республикаһы һәм Севастополь федераль кимәлдәге ҡала ойошторола.

Килешеүгә ҡул ҡуйыуға Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың Дәүләт Думаһына, Федерация Советы ағзаларына, Рәсәй төбәктәре етәкселәренә һәм гражданлыҡ йәмғиәте вәкилдәренә мөрәжәғәт булышлыҡ итте.