9 декабрь, Йома

18 март 2014 йыл, 16:56

«Етегән» музыкаль фильмын Башҡорт драма театрында күрһәтәсәктәр

автор: Гөлфиә Акулова

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының Бәләкәй залында режиссер Айсыуаҡ Йомағоловтың «Етегән» фильмын күрһәтәсәктәр. БР Мәҙәниәт министрлығы хәбәр итеүенсә, фильмды 24 һәм 31 мартта ҡарап буласаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Йырҙарҙа башҡорт риүәйәттәре» проекты ике миллион һум күләмендә БР Президентының грантын алды.

Презентация сиктәрендә театрҙа картинаны төшөрөүселәр һәм актерҙар: оператор-ҡуйыусы Рияз Исхаҡов, режиссер-ҡуйыусы Айсыуаҡ Йомағолов, артистар Регина Баракова, Лиана Хәбибуллина, Айһылыу Йомағолова, Алтынай Бурина, Нәркәс Ғәйфуллина, Дания Ғөбәйҙуллина, Венера Йәғәфәрова менән осрашыу уҙасаҡ.

Башлана киске сәғәт етелә.