9 декабрь, Йома

18 март 2014 йыл, 17:33

Рөстәм Хәмитов «2014 йылда Еңеү көнөн байрам итеү тураһында»ғы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы

автор: "Башинформ"

1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 69 йылын билдәләү өсөн Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «2014 йылда Еңеү көнөн байрам итеү тураһында»ғы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Республика башлығы бойороғона ярашлы Башҡортостан Республикаһы территорияһында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын Еңеү көнө менән ҡотлау ойоштороласаҡ; 7 майҙа Өфөнөң Мәҙәниәт һарайында байрам концерты уҙасаҡ, Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыларын тантаналы ҡабул итәсәктәр; 9 майҙа Өфөлә Еңеү паркының мемориаль комплексына сәскәләр һаласаҡтар.

Республиканың муниципаль берәмектәре хакимиәттәренә муниципаль райондар һәм ҡала округтары буйынса Башҡортостандың Хәрби комиссариат бүлектәре, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советтары, йәштәр һәм балалар йәмәғәт ойошмалары менән берлектә һәйкәлдәргә һәм обелисктарға сәскәләр һалыуҙы ойошторорға, Еңеү көнөнә арналған тантаналы йыйылыштар, мәҙәни-күмәк саралар үткәрергә, Бөйөк Ватан һуғышы фронтовиктарын һәм тыл хеҙмәткәрҙәрен, тол ҡатындырҙы тантаналы рәүештә ҡотларға кәңәш ителде.

Республика етәксеһенең бойороғон үтәү буйынса контроль Башҡортостан Президенты Хакимиәтенә йөкмәтелде.