11 декабрь, Йәкшәмбе

18 март 2014 йыл, 15:48

Баш ҡала халҡы Өфөнөң күп ҡатлы йорттарына ҡарағанда ҡала ситендәге өйҙәргә өҫтөнлөк бирә

автор: Арина Рәхимҡолова

Өфө халҡының йәмәғәт фекерен алыу һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, үткән йылдарҙағы мәғлүмәттәр менән сағыштырмаса ҡала ситендәге торлаҡҡа ихтыяж тотороҡло үҫешә – 2008 йылда 47 проценттан алып 2013 йылда 56,5 процентҡа тиклем. Бындай мәғлүмәттәрҙе Өфө хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика идаралығы начальнигы Аскар Фазлыев 18 мартта үткән матбуғат конференцияһында килтерә.

Ҡала ситендә йорт һатып алырға әҙер 56,5 процент теләүсе торлаҡ сифатында танхаусты ҡарай, ә 37,7 проценты бындай торлаҡ тибын үҙе өсөн яраҡһыҙ тип иҫәпләй.

Дөйөм алғанда торлаҡ тәьминәтлеге менән хәл, һорау алған өфөлөләрҙең фекеренсә, 2013 йылда 2012 йыл менән сағыштырмаса күпкә үҙгәрмәгән, әммә ул биш йыл элеккегә ҡарағанда күпмегәлер яҡшыраҡ. 2008 йылда респонденттарҙың 33 проценты ҡалала торлаҡ тәьминәтлеге менән хәлде ыңғай баһаланы, ә ағымдағы йылда – 44 процент.

Һорау алғандарҙың сиреге тиерлек Өфөлә торлаҡ алырға теләр ине. Уларҙың яртыһы эконом-класс торлағы алыу мөмкинлеген ҡарарға әҙер. Потенциал һатып алыусыларҙың яртыһы тиерлек фатирҙы беренсел торлаҡ баҙарында йәки төҙөлөш стадияһында (тейешенсә, 33 һәм 13 процент) һатып алыуҙы үҙ итә.

Өфө халҡы фекеренсә, ҡала Дим һәм Ағиҙел аръяғы, Затон-Дим (31 процент һәм 30 процент) яғына үҫешергә тейеш. Был йүнәлештәрҙә яңы биҫтәләр төҙөлөшө перспективалы тип иҫәпләнә. Респонденттарҙың 22 проценты ҡала Ҡариҙел аръяғы (Нагаево, Дорогино) яғына үҫешергә тейеш тип иҫәпләй.