6 декабрь, Шишәмбе

18 март 2014 йыл, 14:58

Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәле күсермәһен Силәбе өлкәһенең Арғаяш ауылына күсерергә планлаштыралар

автор: Арина Рәхимҡолова

Силәбе өлкәһе башҡорттарын, әлеге ваҡытта Өйәлге ҡасабаһында торған, Салауат Юлаев һәйкәленең (Өфөләге һәйкәлдең бәләкәйтелгән күсермәһе) яҙмышы борсой. Үткән көндәрҙә Арғаяш ауылының башҡорттар ҡоролтайы йәмәғәт ойошмаһы ултырышында райондың депутаттар советына хат менән, Өйәлге ҡасабаһы шифаханаһы генераль директорына Александр Мицуковҡа үтенес ҡағыҙы менән һәйкәлде Арғаяш ауылына күсереү тураһында мөрәжәғәт итеү ҡаралды. Ул һәйкәлгә ауылдың мәҙәни үҙәге буларға мөмкинлек бирәсәк, ә иң мөһиме, скульптураны яҡшы хәлдә тоторға булышлыҡ итәсәк. Башҡарма комитет ағзалары Арғаяшта һәйкәлде ҡуйыу урынын билдәләгән, әммә ауыл халҡынан да урынлаштырыу урыны тураһында тәҡдимдәр ҡабул итә.

Шулай уҡ ултырыш барышында Арғаяш ҡоролтайы эшенең мөһим йүнәлештәре билдәләнгән, ултырыштарҙың графигы төҙөлгән һәм тематикаһы билдәләнгән, 2014 йылға эштәр планы төҙәтелгән.

Милли башҡорт мәҙәниәтен тергеҙеү һәм һаҡлау, башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү һәм пропагандалау, шулай уҡ спорт һәм йәштәр менән эш итеү эшмәкәрлектең төп йүнәлештәре булып тора, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллеге матбуғат секретары Михаил Хәбиров.