8 декабрь, Кесе йома

18 март 2014 йыл, 11:49

Башҡортостандың өс районы бер меңлек һөт сиген үтте

автор: Галина Бахшиева

Йыл башынан алып Башҡортостандың өс районы һәр һыйырҙан бер мең килограмдан ашыу һөт һауып алған, тип хәбәр итә республиканың Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Шулай итеп, Ауырғазы районы хужалыҡтары һәр һыйырҙан 1018-шәр килограмм, Стәрлетамаҡ – 1112-шәр кг, Саҡмағош – 1182-шәр килограмм һөт алған. Шул уҡ ваҡытта республика буйынса уртаса һөт күрһәткесе әлеге ваҡытта 709 килограмм тәшкил итә.

Төбәктең Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, һәр һыйырҙан уртаса тәүлек һауым уртаса 10,7 килограмм тәшкил итә. Ул былтырғыға ҡарағанда 100 грамға күберәк.

Шул арала Стәрлетамаҡ районында һәр һыйырға хәҙер көн һайын 16,5 –шәр килограмм һөт тура килә, Саҡмағошта – 15,4 кг, Ауырғазыла – 14,9.