Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.75

EUR 63.66

29 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Сочиҙа Паралимпияла ҡатнашыусы Башҡортостан спортсыларын һәм тренерҙарын ҡотланы

Йәмғиәт

17 мартта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Сочиҙа ХI ҡышҡы Паралимпия уйындарында республиканан сығыш яһаусы спортсыларға һәм тренерҙарға ҡотлау телеграммаларын юлланы, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Республика башлығы ҡотлауҙарын Уйындар призерҙары – Ирек Зарипов, Азат Ҡарасурин, Кирилл Михайлов, Александр Давидович һәм тренерҙары — Әмир Ғүмәров, Салауат Ғүмәров  һәм Надежда Ғүмәрова алдылар. Телеграммаларҙа республика етәксеһе Башҡортостан атлеттарының спорт ҡаҙаныштарына һоҡланыу белдерҙе һәм уларға яңы чемпион исемдәрен теләне.

Башҡортостан спортсылары Рәсәй йыйылмаһының дөйөм команда зачетына дүрт бронза, бер көмөш һәм ике алтын алып килде. Паралимпия уйындарында сығыш яһаусы һәм призлы урындар яулаусы Башҡортостан спортсыларын республикаға ҡайтыу менән аҡсалата бүләктәр көтә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть