6 декабрь, Шишәмбе

18 март 2014 йыл, 9:52

Владимир Путин Сочиҙа ХI ҡышҡы Паралимпия уйындары чемпиондарына һәм призерҙарына дәүләт наградаларын тапшырҙы

автор: Дмитрий Слезин

Дүшәмбе, 17 мартта, Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй йыйылмаһы ағзалары – Сочиҙа ХI ҡышҡы Паралимпия уйындары чемпиондары һәм призерҙары менән осрашты һәм спортсыларға дәүләт наградаларын тапшырҙы.

— Паралимпсылар тураһында күп һөйләйҙәр, улар спортсылар ғына түгел, улар ниндәйҙер спорт миссияһын үтәйҙәр генә түгел, ә социаль функцияны башҡарыуҙары тураһында күп тапҡыр ишеткән бар. Был хаҡта күп нәмә әйтелде, әммә ҡайһы бер әйберҙәрҙе мин ябай ғына билдәләй алмайым, — тип билдәләне Рәсәй Президенты. — Моғайын, һеҙҙең бөтә ҡаҙаныштарығыҙҙы ла һанап булмай. Һеҙҙең Паралимпияла иҫ киткес сығыштарығыҙҙы мин ҡабатлай алмаясаҡмын. Бөтә Паралимпия уйындары тарихында беҙҙең йыйылманың ғына түгел, ә бөтә паралимпия тарихында бөтә милли йыйылмалар өсөн дә дөйөм команда зачетында был иң яҡшы күрһәткес икәнлеген, әлбиттә, әйтмәй булмай. 80 миҙал – ул иң яҡшы күрһәткес. Уларҙан – 30 алтын, был тик миҙалдар фейерверкы. Мин һеҙҙе бының менән ысын күңелдән ҡотлағым килә. Ҙур рәхмәт һеҙгә!

Наградланыусылар араһында Башҡортостан паралимпсылары ла. Дуҫлыҡ ордены менән Азат Ҡарасурин һәм Кирилл Михайлов наградланды. Президент Александр Давидович һәм Ирек Зариповҡа «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәте өсөн» I дәрәжә орденының миҙалын тапшырҙы.

Ирек Зарипов Владимир Путинға паралимпия спортына ярҙам иткәне өсөн рәхмәт әйтте.