Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Республикала БДИ тапшырыу өсөн 24 меңдән ашыу кеше теркәлгән

Йәмғиәт

Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу өсөн 24355 кеше теркәлгән. Улар араһында күпселек өлөштө быйылғы мәктәпте тамамлаусылар тәшкил итә. Улар 23 мең тирәһе иҫәпләнә – ҡалғандары – үткән йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары. Был исемлеккә уҙған йылдарҙа йомғаҡ аттестацияһын үтә алмаған уҡыусылар ҙа ингән.

Предметтар һайлауға килгәндә, бында, мотлаҡ математика һәм рус теленән тыш, беренсе урында йәмғиәт белеме. Был дисциплинаны 14650 ҡатнашыусы һайлаған. Икенсе урында физика — 9229, өсөнсөлә биология — 6455, артабан тарих — 5975 һәм химия — 5243 килә.

БР Мәғариф министрлығының дөйөм белем биреү һәм дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы бүлеге баш белгес-эксперты Жанна Минекәева билдәләүенсә, сығарылыш уҡыусылары имтихандарҙы 118 Берҙәм дәүләт имтихандарын биреү пунктының береһендә тапшырасаҡ. Берҙәм дәүләт имтихандарында ҡатнашыусылар үҙҙәре менән тик паспорт һәм рөхсәт ителгән өҫтәмә яйланмалар һәм материалдар индерә ала. Шәхси әйберҙәрҙе һаҡлауға тапшырырға тура киләсәк.

Быйыл бөтә берҙәм дәүләт имтихандарын биреү пункттары видеокамералар менән йыһазландырылған, улар һынау ваҡытында онлайн режимында эшләйәсәк.

Имтихандар тапшырыуҙың төп ағымы 26 майҙа башланасаҡ, беренсе дисциплиналар – география һәм әҙәбиәт. Ваҡытынан алдан тапшырыу 21 апрелдә старт ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть