11 декабрь, Йәкшәмбе

17 март 2014 йыл, 17:35

Хеҙмәт министры Өфө районы халҡының һорауҙарына яуап бирәсәк

автор: Галина Бахшиева

Өфө районында 18 мартта Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты яҡлау министры Ленара Иванова күсмә граждандарҙы ҡабул итеү ойошторасаҡ.

Унда халыҡты социаль хеҙмәтләндереү, балалы ғаиләләргә һәм аҙ тәьмин ителгән граждандарға социаль ярҙам; инвалидтарҙы техник реабилитациялау саралары менән тәьмин итеү; халыҡ мәшғүллеге, хеҙмәт мөнәсәбәттәре, шулай уҡ эш хаҡы һәм йәшәү кимәленә ҡағылған мәсьәләләр ҡараласаҡ.

Граждандарҙы ҡабул итеү Өфө, Цюрупа урамы, 6 адресы буйынса район хакимиәтендә уҙасаҡ.

Башлана 14 сәғәттә.

Ҡабул итеүгә яҙылыу (347) 282-46-44, 251-71-04 телефондары буйынса алып барыла.