Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә Ҡырым һәм Украина халыҡтарына ярҙамға йөрөш уҙҙы

Йәмғиәт

Ҡырымда референдум уҙғарыу көнөндә өфөлөләр Ҡырым һәм Украина туған халыҡтарына ярҙамға йөрөш ойошторҙо. БР Профсоюздар федерацияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡала властары менән санкцияланған йөрөш Ленин исемендәге майҙандан старт алды, Октябрь проспекты, СССР-ҙың 50 йыллығы урамы буйынса Спорт һарайына тиклем уҙҙы. Маршруттың дөйөм оҙонлоғо өс километр самаһы тәшкил итте, унда биш меңләп кеше ҡатнашты.

Ҡырым һәм Украина халҡына ярҙамға был көндө БР Профсоюздар федерацияһы, «Хеҙмәт союзы» партияһының төбәк бүлексәһе, БР Профсоюздар федерацияһының йәштәр советы, республиканың профсоюздар комитеттары вәкилдәре сыҡты.

Билдәләп үтергә кәрәк, ошо көндәрҙә референдумда БР Профсоюздар федерацияһы  Ҡырым һәм Украина туған халыҡтарына ярҙамға белдереү менән сығыш яһаны.

«Беҙ Украина яҙмышы өсөн борсолабыҙ. Беҙгә яҡын булған халыҡҡа ярҙам итергә әҙербеҙ. Байтаҡ халыҡтың хоҡуҡтарын боҙоусы, уларҙың тойғоларын һәм дәрәжәләрен кәмһетеүсе, властҡа килгән милләтселек һәм экстремистик көстәрҙән һуң, демократик булмаған алымдар менән граждандар йәмғиәтен ҡороу маташыуҙары урынһыҙ. Һәр халыҡ, халыҡ-ара нормалар менән ярашлы, үҙбилдәләнешкә хоҡуҡлы. Украинаның, атап әйткәндә, Ҡырым Республикаһының күп милләтле халыҡтарының яҙмышы заманса юл менән хәл ителергә тейеш, ә яу яланында түгел», — тиелә белдереүҙә.

Теги: акциялар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть