Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Төбәктә баҫыу эштәренә әҙерлек һәм ташҡынды үткәреү буйынса зона кәңәшмәләре башлана

Иҡтисад

Башҡортостанда муниципаль район хакимиәттәре башлыҡтары менән яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек, мал ҡышлатыу барышы һәм яҙғы ташҡынды үткәреү мәсьәләләре буйынса зона кәңәшмәләре башлана.

Уларҙың беренсеһе 18 мартта Ҡырмыҫҡалы районында уҙасаҡ. Уның эшендә Башҡортостан Хөкүмәте, республика министрлыҡтары, район хакимиәттәре, ауыл хужалығы идаралыҡтары, ветеринария станциялары вәкилдәре, шулай уҡ, көньяҡ урман-дала зонаһына ингән, 11 район буйынса БР Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы инспекторҙары ҡатнашасаҡ.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кәңәшмәлә ҡатнашыусылар 2014-2016 йылдарға төбәк агросәнәғәт комплексы үҫеше стратегияһын һәм алдағы яҙғы сәсеүҙе үткәреү тактикаһын тикшерәсәк. Орлоҡтар, ашламалар, үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары менән тәьмин ителгәнлек, техникалар әҙерлеге, шулай уҡ дәүләт техник тикшереүен үтеү, агро-страховкалау, кредиттар биреү һәм үләт соҡорон йүнәтеү юл картаһын тормошҡа ашырыу буйынса мәсьәләләр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть