4 декабрь, Йәкшәмбе

17 март 2014 йыл, 16:12

Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса совет составында үҙгәрештәр бар

автор: Сергей Захаров

Рөстәм Хәмитов үҙенең ҡарары менән Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса совет составына һәм уның президиумына үҙ хакимиәтенең етәксе урынбаҫары Рәмил Дилмөхмәтовты һәм БР Йәмәғәт именлеге ведомство-ара советы секретары Рәмил Исҡужинды индерҙе.

Бер үк ваҡытта Совет составынан президент хакимиәте башлығының элекке урынбаҫары Фидус Ямалтдиновты һәм вице-премьер Марат Мәһәҙиевты сығарҙы, тип хәбәр ителә республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында.

Белешмә. Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса совет төбәк башлығының 2011 йылдың 9 февралендәге №УП-40 «Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса совет тураһында»ғы ҡарары менән ойошторолған. Ошо уҡ ҡарар менән Советтың шәхси составы билдәләнгән. БР Президенты Советтың Рәйесе булып тора.