Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Республикала уңайһыҙ һауа торошо көтөлә: көслө ел һәм епшек ҡар менән

Йәмғиәт

Башҡортостанда алдағы көндәрҙә уңайһыҙ һауа торошо көтөлә, тип хәбәр итә Башгидромет. Төбәккә бөгөн епшек ҡар менән сираттағы циклон киләсәк.

— Беҙҙе тотороҡһоҙ һауа торошо көтә. Бындай һауа торошонда елдең ҡапыл  иҫеүе – ғәҙәти күренеш. Ошо көндәрҙә кис республикала ел көсө секундына 23 метрға етте, хәҙер 20-гә тиклем. Ҡар һәм ҡар ҡатыш ямғырҙы бөгөн кискә көтәбеҙ, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Башгидрометтың баш синоптигы Анна Козаева. — Беҙҙең алданғы прогноздарға ярашлы, һауа торошо марттың икенсе-өсөнсө декадаһында тотороҡһоҙ буласаҡ: хәҙер беҙ күҙәткән, яуым-төшөм, йылы һәм һыуыҡ тулҡындары менән.

Температура фоны был аҙна дауамында тотороҡһоҙ буласаҡ. Өҫтөнлөк иткән һауа температураһы төндә – нулдән алып минус бишкә тиклем, аяҙайтҡанда 10 градус һыуыҡҡа тиклем. Көндөҙгө һауа торошо – нулдән алып өс градус йылыға тиклем.

— Уртаса тәүлек температураһы барыбер үҫә. Ниндәйҙер айырыуса һыуыҡтарҙы көтмәйбеҙ, һауа температураһы, һис шикһеҙ, үҫәсәк. Аяҙайтҡанда туңдырыуы ихтимал, тимәк боҙлауыҡ осраҡтары шулай уҡ һаҡланасаҡ. Ваҡыты-ваҡыты менән ел көтөлә, әммә әҙерәк көс менән – секундына 18 метрға тиклем, — тип билдәләнге республиканың баш синоптигы.

Уның әйтеүенсә, Башҡортостанда апрель норманан ике градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә, яуым төшөм иҫәбе лә уға тиң – 110-120 процентҡа. Һауа температураһы мартта шулай уҡ уртаса йыллыҡ күрһәткестәрҙән юғарыраҡ булды. Былар барыһы ла «яҙ иртә, әммә тотороҡһоҙ булыуы тураһында һөйләй».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть