5 декабрь, Дүшәмбе

17 март 2014 йыл, 14:55

Даниил Квят Формула-1 ярыштары тарихына инде

автор: Дмитрий Слезин | фото: Daniil Kvyat Fan Page. FaceBook

«Торо Россия» командаһының Рәсәй пилоты, Өфө егете, Даниил Квят тамамланған «Австралия Гран-приһы»нда 10-сы урын яуланы.

Шуның менән Квят «король ярышы» тарихына инде: «Ф-1» тарихында, мәрәйле зонаға эләгә алған, иң йәш пилот. Даниил быны 19 йәш һәм 10 айында эшләне. Алдағы рекордсы «Ред Булл»дан Себастьян Феттель быға 19 йәш һәм 11 айҙа иреште.

Австралияла «Мерседес» пилоты – немец Нико Росберг еңде. Икенсе булып финишҡа «Ред Булл» вәкиле Даниэль Риккьярдо, өсөнсө – «Макларен»дан Кевин Магнуссен килде.