10 декабрь, Шәмбе

17 март 2014 йыл, 12:21

Башҡорт опера һәм балет театры дирижеры Раушан Яҡупов: «Балалар альбомының» өсөнсө бүлеге визуаль буласаҡ»

автор: Гөлфиә Акулова | фото: Олег Яровиков

Республикала «Балалар альбомы» хәйриә проекты үҙенең белем биреү эшен дауам итә, ул йәш тыңлаусыларҙы төрлө заман, жанр һәм стилдәрҙең классик музыкаһы менән таныштыра һәм балаларҙа сәнғәткә тәм һәм һөйөү тәрбиәләү маҡсаты ҡуя. «Мәрхәмәт» хәйриә белем биреү фонды президенты Айгөл Ғәрәева хәбәр итеүенсә, яҡын ваҡытта концерт Салауатта уҙасаҡ, унда артистар тәү сиратта музыкаль циклдың беренсе бүлеген ҡабатлаясаҡ – Сергей Прокофьев һәм Петр Чайковский әҫәрҙәре: «Петя һәм бүре» һәм «Щелкунчик» симфоник әкиәттәре яңғырасяаҡ. Тасуири уҡыусы ролендә Михаил Рабинович сығыш яһаясаҡ.

Проекттың икенсе бүлегендә 17 мартта «Поп һәм уның хеҙмәткәре Балда тураһында әкиәт»те һәм «Алтын әтәс тураһында әкиәт»те билдәле артист Владимир Васильев уҡыясаҡ. Композиторҙар Дмитрий Шостакович һәм Николай Римский-Корсаков музыкаларын шулай уҡ Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры оркестры башҡарасаҡ.

— Композитор «Балалар альбомы»ның өсөнсө өлөшөндә Петр Чайковскийҙың «Фортепиано өсөн 24 пьеса» махсус заказын оркестрға һаласаҡ, — тип һөйләй дирижер Раушан Яҡупов.

Концерт программаһында Сен Санстың «Хайуандар карнавалы» һәм Поль Абрахам Дюканың «Тылсымсы уҡыусыһы» классик әҫәрҙәре буласаҡ. Бында баҫым визуалләштереүгә яһаласаҡ, һәм музыка ҡом анимацияһының проекцияһы фонында яңғыраясаҡ.

— Музыка менән шөғөлләнеүсе балаларҙың күҙаллауҙары эшләй башлауын, тыңлауҙан сығып күҙ алдына образдар килеп тыуыуын теләйбеҙ, — тип билдәләне Раушан Әхмәт улы. Альбомдың өсөн бүлеге майҙа үтәсәк.

— һәр ике ай һайын берешәр бүлек сығарырға планлаштырабыҙ, беҙҙең проект кәм тигендә тағы ла ике йыл бойомға ашырыласаҡ, — тип аңлатты Айгөл Ғәрәева, — оҙаҡламай башҡорт телендә постановка Сибайҙа планлаштырыла.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, хәйриә концерттары бушлай үтә,  уларға музыкаль һәләтле балалар, мәктәп-интернаттарҙан, музыка мәктәптәренән балалар, уңышһыҙ ғаиләләрҙән балалар, мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙҙар һәм малайҙар саҡырыла.