2 декабрь, Йома

17 март 2014 йыл, 10:53

«Балалар альбомы» проектының икенсе бүлеген күренекле балет артисы Владимир Васильев уҡыясаҡ

автор: Гөлфиә Акулова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Республикаһының Рус дәүләт академия драма театры сәхнәһендә «Балалар альбомы» хәйриә проектының икенсе бүлеге тәҡдим ителәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был проект Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры һәм «Мәрхәмәт» хәйриә белем биреү фонды тарафынан ойошторолған. Симфоник музыканың һәм билдәле әҙәби әҫәрҙең ғәжәйеп рәүештә берләшкән проектта Рус драмаһының художество етәксеһе Михаил Рабинович, уны уҡыусы булараҡ, ҡатнашҡайны. Альбомдың икенсе өлөшө өсөн Владимир Васильев саҡырылған. Владимир Викторович быға оҡшаш шиғри уҡыуҙарҙа алдан да ҡатнашҡан. Мәскәүҙең Мода йортонда «Тыңлағыҙ!» шиғри концерттар циклы үтте, Васильев унда  билдәле драма артистары менән бер рәттән күптәрҙең яратҡан шиғырҙарының береһен уҡыны.

Өшө көндәрҙә республика баҫмалары журналистарына Владимир Васильев әйтеүенсә, «ниндәй әҫәрҙәрҙе яратыу, минең өсөн әйтеүе ауыр».

— Балалар өсөн беҙ ике әкиәт һайланыҡ: композитор Дмитрий Шостакович музыкаһына – «Поп һәм уның хеҙмәткәре Балда тураһында әкиәт» һәм Николай Римский-Корсаков музыкаһына – «Алтын әтәс тураһында әкиәт», — тип һөйләй Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры дирижеры Раушан Яҡупов. — Ғөмүмән, Пушкиндың әҫәрҙәрендә классик музыка менән бер-береһе менән тура килгән нәмәләр күп.

— Музыка театрының бөтә компоненттары бергә ҡушылғанды яратам. Симфоник музыка менән теге йәки был кимәлдә таныш булған балалар өсөн «Алтын әтәс» бик ҡыҙыҡлы буласаҡ. Бындай әҫәрҙәрҙе тәүге тапҡыр ишеткән балалар өсөн дә, Шостаковичтың музыкаһы һәм «Балда тураһында әкиәте» танышыу өсөн бик ҡыҙыҡлы буласаҡ.

Концерттың тәүге репетицияһы уҙҙы, күренекле бейеүсе билдәләүенсә, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры дирижеры менән тандем уңышлы килеп сыҡты шикелле, сөнки ошондай синтетик проектта күбеһе, быныһы кеүек, үҙ-ара көйгә һалынған эштән тора.

— Владимир Васильев ҡуйылыштарының береһенә шаһит булдым һәм ул уҡыған ни бары ике юлдан хайран ҡалдым – театр сәхнәләшенең атмосфераһы үҙгәрҙе, — тип журналистар менән үҙ тәьҫораттарын уртаҡлашты Раушан Яҡупов. — 17 мартта уҙасаҡ концерт шулай уҡ балаларға тәьҫир итәсәк һәм уларҙы сәнғәт донъяһы менән таныштырасаҡ тип ышанабыҙ.

Концертҡа Өфөнән 700-ләгән бала саҡырылған, улар араһында музыка мәктәптәре, хореография училищеһы тәрбиәләнеүселәре, мөмкинлектәре сикләнгән балалар, балалар йорттарынан ҡыҙҙар һәм малайҙар. «Балалар альбомы» ойоштороусылары һөйләүенсә, киләсәктә проекттың башҡа бүлектәре лә планлаштырыла, һәм Өфөлә генә түгел.

Үҙенең бейеү карьераһын тамамлағандан һуң да, тотош ил балеты дәүере менән бәйле булған, Владимир Васильев тамашасыларҙы үҙенең ижады һәм арыу-талыуҙы белмәҫ энергияһы менән хайран ҡалдырыуын дауам итә. Ул рәсем төшөрөү менән шөғөлләнә һәм шиғырҙар яҙа.

— Минең тормош йылғаһының ағымы туҡтамай, унан күп шишмәләр сыға, кәртә таштары ла булғылай, әммә мин уларҙы урап үтергә тырышам. Тормош дауам итә. Ә мин һеҙгә ҡайнар йөрәк менән килдем һәм ҡыҙыҡлы тәҡдимдәргә шат буласаҡмын, — тип өҫтәне Владимир Викторович.

Артист Өфөлә беренсе тапҡыр һәм  Нуриев исемендәге хореография училищеһы уҡыусылары һәм Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль артистары менән танышып та өлгөргән. «Бындай бейеү мәктәптәре булғанда, театр йәшәйәсәк», — тип билдәләне ул.

Опера һәм балет театры оркестрының симфоник музыкаһына нәфис һүҙҙе Владимир Васильев уҡыясаҡ, концерт 17 сәғәттә башлана.