11 декабрь, Йәкшәмбе

14 март 2014 йыл, 17:23

Өфө «Ҙур химияға» әҙерләнә

автор: Сергей Захаров

29-30 майҙа Өфөлә «Ҙур химия» IV Халыҡ-ара форумы үтәсәк. Тейешле бойороҡҡа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйған.

Форумды әҙерләү һәм үткәреү буйынса сараларҙың ойоштороусыһы һәм координаторы итеп БР Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы билдәләнгән. Ойоштороу комитетының рәйесе итеп вице-премьер Дмитрий Шаронов тәғәйенләнгән.

Форумдың маҡсаты – иҡтисади бәйләнештәр үҫтереү, шулай уҡ иҡтисадҡа инвестициялар һәм донъя химия берләшмәһе иғтибарын тармаҡтың көнүҙәк мәсьәләләренә йәлеп итеү. Ҡатнашыу өсөн Рәсәйҙең, БДБ һәм алыҫ сит илдәрҙең эре химия предприятиелары етәкселәре саҡырылған.

«Ҙур химия» Халыҡ-ара инвестиция форумы беренсе тапҡыр Башҡортостанда 2011 йылдың  27-28 майында республика Президенты инициативаһы буйынса үтте.