9 декабрь, Йома

14 март 2014 йыл, 17:01

Төбәктең күп балалы әсәләре лайыҡлы наградалар алды

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Тағы ла 58 ҡатын «Әсәлек даны» миҙалы эйәһе булды. Республика наградаһын, биш һәм унан да күберәк бала табыусы һәм тәрбиәләүсе, күп балалы әсәләргә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова тапшырҙы. Әлеге тантана – иҫәп буйынса 110-сы, ә миҙалдар инде 6351 ҡатынға тапшырылған.

— Һис шикһеҙ, ғаилә, әсәлек, балалыҡ өҫтөнлөгө Башҡортостан Республикаһы социаль сәйәсәтенең төп йүнәлеше булып ҡала, — тип билдәләне вице-премьер. — Һәм, был йүнәлешкә ярҙам өсөн бүленгән финанс средстволарҙың һәм әхләҡи ресурстарҙың байтаҡ иҫәбенә ҡарамаҫтан, беҙгә хәл итергә кәрәк мәсьәләләр ҡала әле.

Лилиә Ғүмәрова әйтеүенсә, күп балалы ғаиләләргә ярҙам итергә кәрәк. Үҙ ваҡытындағы ярҙам булышлығында күп кенә проблемаларҙан ҡотолоп булыр ине, тип иҫәпләй вице-премьер.

Әлбиттә, бөгөн Лилиә Ғүмәрова наградалар тапшырған күп балалы әсәләр араһында, хужабикәләр байтаҡ ҡына, быға аптырарлыҡ та түгел: балалар уларҙың бөтә ваҡытын ала. Өйҙән тыш эшләгән ҡатындарҙың күптәре, йомшаҡлыҡ, мәрхәмәтлелек, кешелеклелек талап иткән һөнәр һайлаған – балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, педагог-психолог, санитарка, һауынсы, почта таратыусы, ауыл Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре

Барыһы өсөн наградлау тантанаһы ҙур ваҡиғаға әйләнде.