11 декабрь, Йәкшәмбе

14 март 2014 йыл, 16:31

Силәбелә республиканың күренекле артистар ғаиләһенең концерты уҙасаҡ

автор: Арина Рәхимҡолова

Силәбелә 15 мартта «Импульс» ял үҙәге сәхнәһендә күренекле Туйсиндар ғаиләһенең «Биш йыл бергәләп эстрадала!» берҙән-бер концерты уҙасаҡ. Туйсиндар ғаиләһе – Башҡортостан һәм уның ситендә лә күренекле артистар династияһы.

Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллеге матбуғат секретары Михаил Хәбиров һөйләүенсә, тамашасылар сәхнәлә бер үк ваҡытта дүртәүһендә: Йәмил, Радмир, Айнур һәм Флүрә Туйсиндарҙы, шулай уҡ уларҙың дуҫтарын, билдәле йырсыларҙы Динар Халиковты һәм Дамир Шәрәфиевты күрәсәк. Ике сәғәтле дәртле тамаша бер кемде лә вайымһыҙ ҡалдырмаҫ. Талантлы туғандар күп кенә яңы һәм билдәле булған йырҙарҙы башҡарасаҡ.

Туйсиндар ғаиләһенең репертуарында йәшәү мәғәнәһе, кеше күңеленең төрлө-төрлө яҡтарын асыу тураһында йырҙар өҫтөнлөк итә. Изгелеккә һәм ғәҙеллеккә ынтылыш – былар барыһы ла уларҙың ижады аша үтә.